Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Июнь 2020, 17:08

«Зөләйха күҙҙәрен аса» – Италия премияһы лауреаты

Зәңгәр экранда «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса төшөрөлгән һигеҙ сериялы кино күрһәтелгәйне. Фильм буйынса төрлө бәхәстәр булды һәм әле лә дауам итә.

Шуныһы ҡыуаныслы: әҫәр бәхетле булып сыҡты, яҙыусының китабы, әҫәре буйынса төшөрөлгән спектакль, кино төрлө премияларға лайыҡ. Гүзәл Яхина социаль селтәрҙә йәнә үҙенең ҡыуанысын белдерә: был юлы уның романы – Италияның Джузеппе Томаси ди Лампедузе премияһы лауреаты! Был премия 2003 йылдан башлап Италияла әҫәре баҫылып сыҡҡан авторҙарға тапшырыла. Төп тема – тыныслыҡ һәм халыҡтар дуҫлығының әҙәбиәттә сағылышы.
Әйтергә кәрәк, 2016 йылда уҡ «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы 16 телгә тәржемә ителәсәк тигәйнеләр. Тимәк, әҫәрҙең тағы ла төрлө илдәрҙең баһаһына лайыҡ булыуы бик ихтимал.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото интернеттан
Читайте нас: