Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Июнь 2020, 17:00

Өфөлә лә автомобилдәр кинотеатры буласаҡ!

Автокинотеатр, йәғни машинала ултырған тамашасыларға фильмдар күрһәтеү өсөн асыҡ һауалағы кинотеатр Мәжит Ғафури исемендәге паркта була.

«Ковидлы» йәй һәм кинотеатрҙарҙың ябыҡ булыуы сәбәпле ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Асыҡ һауалағы кинотеатрға 54 автомобиль һыясаҡ. Был турала Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡҡан.
Автомобилдәр һәм ҙур экран өсөн майҙансыҡ парктың Р.Зорге урамы яғынан урынлаштырыла.
«Беҙ Өфөлә 54 машиналыҡ автокинотеатр асыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Был беҙҙең коронавирусҡа яуабыбыҙ. Өфөлә барыбер йәй була! Күңел асыуҙар ҙа төрлө. Тиҙҙән асыу тантанаһы», – тип яҙған ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары.
Читайте нас: