Тулы хоҡуҡлы вәкил, тауыш биреү барышында граждандарҙың һаулығын һаҡлау – бөтә власть органдарының мөһим бурысы, тип билдәләне. Һайлау комиссиялары ағзалары – шәхси һаҡлыҡ саралары, ә тауыш биреү биналары контактһыҙ термометрҙар, бактерияларға ҡаршы келәмдәр һәм антисептиктар менән тәьмин ителергә тейеш. Тауыш биреү участкаларында бөтә нормаларҙы, санитария хеҙмәттәренең талаптарын ҡәтғи үтәү зарур.