Беҙҙең Ватаныбыҙ – иҫ киткес ҙур биләмәһе, уникаль тәбиғи һәм рухи байлығы булған мең йыллыҡ тарихлы ил, берҙәм дәүләт сиктәрендә күп халыҡтарҙы, мәҙәниәттәрҙе һәм дини конфессияларҙы берләштергән ил. Был көндә һәр ҡайһыбыҙ үҙен бөйөк державаның бер өлөшө итеп тоя.
Рәсәй дәүләте тарихының иң ҡатмарлы осорҙарында уны рух ныҡлығы, граждандарының дуҫлығы һәм татыулығы ҡотҡарған, улар Ватаныбыҙҙы бойондороҡһоҙ, көслө һәм һоҡланғыс итеүҙә берҙәм булғандар. Беҙ илебеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ һәм уның киләсәгенә ышанабыҙ.
Дәүләт етәкселегенең иҡтисадты модернизациялауға, рәсәйҙәрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, Рәсәйҙең халыҡ-ара абруйын нығытыуға йүнәлтелгән стратегик курсы илебеҙҙә хуплау таба. Киләсәктә лә шулай булырына ышанам.
Беҙ – берҙәм дәүләт граждандары, һәр беребеҙҙән, хеҙмәтебеҙҙән, яуаплылығыбыҙҙан илдең иҡтисади һәм социаль сәскә атыуы тора.
Һәр көнөгөҙ ыңғай эмоцияларға һәм барыбыҙ өсөн яҡын булған изге еребеҙ өсөн ғорурлыҡ менән тулы булһын! Ысын күңелдән һеҙгә именлек, изгелек, һаулыҡ теләйем!
Азат Сәхәбиев, Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы