Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Июнь 2020, 11:30

Ирәмәлгә хәҙер барырға була

12 июндән «Ирәмәл» тәбиғәт паркы асылды. Был хаҡта парктың «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә хәбәр ителгән.

Ирәмәл – ҙурлығы буйынса Көньяҡ Уралда урынлашҡан икенсе бейеклек, Белорет районының төньяҡ-көнсығышында һәм Учалы районының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Ирәмәл тауы биләмәһе (шул иҫәптән Әүәләк һырты) тәбиғи парк тип иғлан ителде.
Парк етәкселеге хәүефһеҙлек тураһында онотмауҙы һәм сүп-сар ҡалдырмауҙы һорай.
Яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн 27 марттан паркка барыу тыйылғайны.
#Бәләбәй хәбәрҙәре#яңылыҡтар/ирәмәл#
Читайте нас: