Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Июнь 2020, 14:15

Коронавирус инфекциялы сирлеләр һаны артҡан

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бөгөнгө мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 4547 коронавирус инфекциялы сирле иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 61-гә артҡан.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, COVID-19 менән ауырыуҙарҙың артым темпы 2,3 процент тәшкил итте. Төбәктә таралыу коэффициенты 0,8-гә тиң.
Уның һүҙҙәренсә, сирлеләрҙең күпселеге йәки 82 проценты – 26-60 йәшлектәр.
Бөгөн республикала 1030 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 782-һе – ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, 207-һенең хәле – уртаса ауырлыҡта, 41-е – ауыр хәлдә.
Әле 1625 кеше өй шарттарында дауалана. 1874 кеше һауығып сыҡҡан, тип өҫтәне ведомство башлығы.
#Бәләбәй хәбәрҙәре#яңылыҡтар#коронавирус
Читайте нас: