Йәйҙең тәүге ун көнөндә 1200 га люцернаның 400 гектары сабылған. Тәүгеләрҙән булып районда мал аҙығын «Северная Нива Башкирия» йәмғиәтендә әҙерләй башланылар. Хужалыҡта 900 га сенаж һалынған.
– Быйыл мал аҙығы культуралары бөтә төр хужалыҡтарҙа 12 614 га майҙан биләй, шул иҫәптән ауыл хужалғы тауарҙары етештереүселәрҙә – 11 584 га.
Шуларҙың 8 800 гектары – күп йыллыҡ үләндәр, 1171 га – бер йыллыҡтар, силосҡа кукуруз – 1613 га биләй, – тип хәбәр иттеләр муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтенән.
Малдарҙы ҡышлатыу өсөн бөтә төр хужалыҡтарҙа 16 200 т бесән, 14 500 т сенаж һәм 18 295 т иген фуражы әҙерләргә кәрәк.
План буйынса бер баш малға 22, 2 ц мал аҙығы етештереү күҙаллана.
#Бәләбәй хәбәрҙәре#яңылыҡтар#йәйҙең бер көнө