Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Июнь 2020, 12:00

Бөгөн милли батырыбыҙ Салауаттың тыуған көнө

Башҡортостанда Салауат Юлаев көндәре алдынан һәм бөгөн онлайн тәртиптә байтаҡ саралар ойошторола.

Быйыл милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында төрлө саралар үтә. Баймаҡ районының Темәс ауылындағы «XVIII быуат осоро экспонаттары, Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡандарҙың ҡорал макет-муляждары» тигән видеояҙманың онлайн исем туйы һәм Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылындағы «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй» тигән онлайн ғаилә квесты - быға асыҡ миҫал. Тәүгеһенә – Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, ә икенсеһенә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Рус тарих-мәҙәни үҙәге яуаплы.
Читайте нас: