Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Июнь 2020, 17:00

Ирекмәндәр Конституцияға индерелгән үҙгәрештәр хаҡында һөйләй

Кисә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында халыҡҡа Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр тураһында мәғлүмәт биреү буйынса 28 мәғлүмәт нөктәһе эшләй башланы.

Халыҡ күп йөрөгән урындарҙа – парктарҙа, скверҙарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә – Конституция ирекмәндәре Конституцияға индерелгән үҙгәрештәр хаҡында һөйләй, граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә, ирекле акцияларҙа ҡатнашырға саҡыра.
Мәғлүмәт нөктәләре Өфөлә, Нефтекамала, Бәләбәйҙә, Стәрлетамаҡта, Яңауылда, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа, Салауатта, Туймазыла, Сибайҙа, Баймаҡта, Иглиндә, Мәсәғүттә, Мәләүездә, Ҡырғыҙ-Миәкәлә һәм Мораҡта эшләй. «Конституция ирекмәндәре» йәмәғәт ирекмәндәр корпусы эшенә йәлеп ителгән 3300 ирекмән барыһы ла волонтерыконституции.рф порталында теркәлеү үткән.
Корпусты ойоштороусылар – Үҙәк һайлау комиссияһы менән килешеү төҙөгән Ирекмән үҙәктәре ассоциацияһы һәм илдең ирекмәндәр, йәштәр ойошмалары: Ирекмән-табиптар, Рәсәй студенттар отряды, Рәсәй йәштәр союзы, Бөтә Рәсәй ҡотҡарыусыларҙың студент корпусы, Рәсәй ауыл йәштәре союзы, «Минең менән хыяллан» хәйриә фонды, шулай уҡ ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк ресурс үҙәктәре, юғары һәм махсус уҡыу йорттарының ирекмән үҙәктәре, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар.
Читайте нас: