Туризм
17 Июня 2020, 12:00

Антиесемдәргә тест үтергә кәрәк

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак республикала йәшәүселәрҙе коронавирусҡа антиесемдәргә әүҙем тест үтергә саҡырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әлеге ваҡытта 13 меңдән ашыу кеше тест үтте, тип хәбәр итте ул. Уларҙың 4,5 процентында G иммуноглобулины асыҡланды. Тимәк, кеше ауырымаған, ләкин вирус менән осрашҡан. Өс процентында M иммуноглобулины табылған, ул кешелә вирус булыу ихтималлығын күрһәтә.
«Халыҡты әүҙем тест үтергә саҡырам, шул рәүешле беҙҙә ни саҡлы популяция иммунитеты үҫешеүен аңларбыҙ. Беҙҙең ни тиклем тиҙерәк ғәҙәти, ижтимағи-сәйәси тормошҡа әйләнеп ҡайтыуыбыҙ шуға бәйле», – тине Анна Казак.
#Бәләбәй хәбәрҙәре#яңылыҡтар#коронавирус#тест
Читайте нас