Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Июнь 2020, 14:15

Эстонияла Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләгәндәр

Кисә Эстонияның Палдиски ҡалаһында, Салауат Юлаевтың һуңғы 25 йыл ғүмере үткән урында, башҡорт халҡының милли батырының тыуыуына 266 йыл тулыуҙы билдәләгәндәр.

Ҡөрьән сүрәләре, башҡорт милли уйын ҡоралы – ҡурай моңо яңғыраған, геройҙың һәйкәленә сәскәләр ултыртылған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Таллиндағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы етәксеһе Флүзә Хәйруллина һөйләгән.
Эстонияның Палдиски ҡалаһында (элекке Рогервик ҡәлғәһе) башҡорт халҡының геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл бар. Тамара Нечаева эшләгән Салауат Юлаев бюсының күсермәһе суйындан ҡойолған, бюстың ауырлығы – 214 килограмм, бейеклеге – бер метр.
Салауат Юлаев 1775-1800 йылдарҙа ғүмеренең һуңғы осорон уҙғарған элекке Рогервик ҡәлғәһендә – Палдиски ҡалаһының элекке мэрияһында эстон, рус һәм инглиз телдәрендәге яҙыуҙар менән мемориаль таҡта тора. «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы бына 20 йыл инде атаһы Юлай Аҙналин менән Эстляндия губернаһы Рогервик ҡәлғәһенә мәңгелек һөргөнгә ебәрелгән башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың хәтерен ҡәҙерләп һаҡлай. Эстонияла башҡорт диаспораһының әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөгөн Палдискиҙа һәр кем Салауат Юлаевтың кем икәнен белә.
«Палдискиҙа ике һәйкәл бар. Береһе 1893 йылдың 7 сентябрендә «Һыу ҡыҙы» хәрби карабында һәләк булған Рәсәй император флотының 177 морягына арналған. Икенсеһе – Палдиски үҙәгендә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, Башҡортостандың милли геройының һәйкәленә күберәк иғтибар күрһәтелә. Палдискиҙа йәшәүселәр башҡорт халҡы өсөн ғорурлана: ике быуат үтһә лә, башҡорттарҙың яҡташтарын һәм геройын онотмауына, традицияларҙы хөрмәт итеүенә һоҡлана», – тип һөйләй Флүзә Хәйруллина.
#Бәләбәй хәбәрҙәре#яңылыҡтар#Салауат Юлаев#Палдиски
Читайте нас: