Радий Хәбиров Башҡортостанда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм билдәләү буйынса төп саралар планына үҙгәрештәр индерҙе. Был республикалағы эпидемиологик хәл менән бәйле. Һуғыш ветерандары өсөн ҡала-райондарҙа уларҙың йәшәгән урыны буйынса шәхси парадтар ойоштороласаҡ.
Мәскәүҙә Еңеү парады 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады уҙған көндә була. Унда 14 меңгә яҡын хәрби һәм 220-нән ашыу берәмек техника ҡатнашасаҡ. Ҡыҙыл майҙан буйлап 30 Т-34 танкы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы үҙйөрөшлө артиллерия машинаһы, хәҙерге Рәсәй техникаһы, һәм, әлбиттә, яңы сығарылған техника үтәсәк, парадтың һауалағы өлөшө лә көтөлә. 24 июнь Рәсәйҙә ил президенты указы менән ялкөнө тип иғлан ителде.