Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Июнь 2020, 14:00

Кәрим Хәкимов тураһында яңы китап

Мәскәүҙә билдәле дипломат Кәрим Хәкимов тураһында китап нәшер ителде. Советтар Союзының ғәрәп илдәрендәге тәүге дипломаты, яҡташыбыҙ тураһындағы был баҫманы һәр теләгән кеше уҡый аласаҡ. 300 дана китап яҡын арала төбәк китапханалары буйлап тараласаҡ.

Бишбүләк районының Дүсән ауылы кешеһе. Башҡорт халҡының улы. Һуңғараҡ ул «Ҡыҙыл паша» булып таныласаҡ. Кәрим Хәкимов – Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле. Тап ул ғәрәп-фарсы илдәре менән яҡшы мөнәсәбәттәргә нигеҙ һала. Уның шәхси тормошонан ваҡиғалар һәм хеҙмәт биографияһы биттәре әлеге Олег Озеровтың китабында сағылыш тапҡан.
«Кәрим Хәкимов: ғүмер йылъяҙмаһы» китабының авторы Олег Озеров – публицист һәм дипломат. Автор үҙенең геройын көслө характерлы, эмоцияларын йүгәнләй белгән ныҡлы кеше тип һүрәтләй. Кәрим Хәкимовтың яҡшы сифаты – ул кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра белгән. Шул ваҡыттағы башлыҡтың яҡын дуҫы ла булған һәм ябай кешеләрҙең дә хөрмәтен яулаған.
Китапты яҙған саҡта Олег Озеров архивтарҙа күп эҙләнгән һәм быға тиклем бик билдәле булмаған дәлилдәр тапҡан. Мәҫәлән, Хәкимовтың Молотовҡа хаты йәки уның бөтә донъя мосолмандар конгресын ойоштороуҙағы роле. Бөтә документтар ҙа китапта бар.
300 дана китап Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға тапшырылған. Уны бөгөндән республиканың китапханалар селтәренә тарата башлаясаҡтар. Был Башҡортостан Башлығы ярҙамы арҡаһында мөмкин булды, ти китап авторы. Ярҙам китапты нәшер иткән саҡта ла күрһәтелгән.
Быйыл Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл була. Был датаны билдәләү йылъяҙма менән генә сикләнмәҫ, моғайын. Яҡташыбыҙ тураһында тағы бер документаль фильм төшөрөргә тейештәр. Унда Бөйөк Британияның серлек мөһөрө алынған һәм Башҡортостанға тапшырылған документтары файҙаланыласаҡ. Авторҙарҙың планы буйынса, был документаль фильмдың киң прокатҡа ла сығыуы ихтимал.
Читайте нас: