Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Июнь 2020, 14:00

Башҡортса ҡушымталарҙың исем туйы үтте

Кисә «Торатау» конгресс-холында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан башҡортса ҡушымталарҙың исем туйы үткәрелде.

«Башҡорт теле: яңы ҡараш» тип аталған сара онлайн һәм оффлайн форматта барҙы, конгресс-холда проект авторҙары, башҡорт йәмғиәтенең билдәле шәхестәре, әүҙем йәштәр ҡатнашһа, башҡалар исем туйын БЮТ каналы ойошторған тура эфир аша ҡараны.
Йыйында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова, Мәғариф министрлығының Милли белем биреү идаралығы етәксеһе Булат Зинуров сығыш яһаны. Булат Илшат улы «Интерактив башҡорт теле» проекты хаҡында һөйләне: «Ул киләсәкте күҙаллаған кеүек килеп сыҡты: дистанцияла уҡыуҙы еңелләштерҙе. Онлайн платформа 34 проекттан тора. Ул башҡорт теле буйынса дәрес барышын күпкә еңеләйтә. Элек уҡыусыларҙың китабын өйҙә онотоп ҡалдырыуы кеүек хәлдәр булһа, хәҙер «Интерактив башҡорт теле»нең үҙендә дәреслектәр бар».
Сарала «Аҫылташ» интернет-марафонының авторы Наҙгөл Ғәлиева, башҡортса подкастар авторы Илүзә Мөхәмәтйәнова, «Сәләм» мобиль ҡушымтаһы авторы Айнур Хәйбуллин, «IQ Балабаш», «Инофон» балалар өсөн ҡушымталар авторы Фәнзилә Ғәзизова үҙ проекттары хаҡында һөйләне, Байрас Азаматов «Әлләсе» мобиль уйыны менән таныштырҙы.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Рита Аҡбулатова «Бергә башҡортса» проектын презентацияланы.
«Башҡорт теле: яңы ҡараш»та комикстар авторы, рәссам, Инстаграмдағы башҡортса битлектәр авторы, тәржемәсе йәштәр менән дә таныштырҙылар, ә «Zainetdin» шоу-проекты сараны матур, дәртле музыкаль сығышы менән тамамлап ҡуйҙы.
Читайте нас: