Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Июнь 2020, 12:00

«Йәш профессионалдар» союзы менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү кәрәк

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Йәш профессионалдар («Ворлдскиллс Рәсәй»)» союзының генераль директоры Роберт Ураҙов менән осрашты. Яҡтар төбәктә «Ворлдскиллс» хәрәкәтен үҫтереү, шулай уҡ Башҡортостанда «Ворлдскиллс Рәсәй» стандарты буйынса уҙғарылған Милли чемпионаттар нигеҙендәге ҙур сараларҙы ойоштороу мөмкинлеген тикшерҙе.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала урта махсус уҡыу йорттары селтәре уңышлы эшләй.
– Беҙ уларҙы юғалтманыҡ, киреһенсә, һаҡлап ҡалдыҡ, үҫтерҙек. Бындай уҡыу йорттарының күбеһе хәҙер ышаныслы алға бара, шуға күрә беҙ «Йәш профессионалдар («Ворлдскиллс Рәсәй»)» союзы менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә теләйбеҙ, – тине ул. – Беҙгә һеҙҙең кәңәштәрегеҙ, тәҡдимдәрегеҙ кәрәк. «Ворлдскиллс» йүнәлешендәге төрлө кимәлдәге сараларҙы ҡабул итергә һәм үткәрергә әҙербеҙ. Беҙҙә бик яҡшы конгресс майҙансыҡтары бар.
Роберт Ураҙов былтыр үткәрелгән VII «Йәш профессионалдар («Ворлдскиллс Рәсәй»)» милли чемпионаты йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың алдынғылар тиҫтәһенә инеүе, 85 төбәк араһында 13-сө урындан етенсе урынға күтәрелеүе тураһында әйтте. Ыңғай динамикала төбәк етәкселегенең дә өлөшө ҙур.
Фото: республика Башлығы сайтынан
Читайте нас: