Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Июнь 2020, 14:10

22 июнь – һуғыш башланған көн...

Бынан 79 йыл элек – тап ошо көндә иртәнге сәғәт 4-тә фашистик Германия, һөжүм итмәү тураһындағы килешеүҙе боҙоп, тарихтағы иң ҡанлы һуғышты башлай.

Дошман авиацияһы ил сигенә яҡын урынлашҡан аэродромдарҙы, тимер юлдарҙы, совет ғәскәре частарын көслө утҡа тота. Мурманск, Литваның Каунас, Минск, Киев, Одесса һәм Севастополь ҡалаларына бомба яуҙыра.
Республикабыҙҙың тарихи-мәҙәни үҙәктәре илдә иғлан ителгән Хәтер һәм ҡайғы көнөндә төрлө саралар үткәреүгә ҡушылды. Ҡатмарлы эпидемия шарттарында ла халҡыбыҙ тарихыбыҙҙағы ауыр һынауҙар килтергән көнгә битараф була алмай.
Мәскәү ваҡыты буйынса 12.15 сәғәттә бөтә ил менән бер минутлыҡ тынлыҡ кисерәсәкбеҙ. Тап ошо ваҡытта СССР-ҙың халыҡ комиссары Вячеслав Молотов тура эфирҙа халыҡҡа фашистарҙың илгә баҫып инеүе тураһында хәбәр иткән.
Өфөлә һалдаттар фронтҡа киткән тимер юл вокзалында һәйкәл асыу планлаштырыла. Бөгөн төндә Башҡортостан «Хәтер шәме» акцияһына ҡушылды, «Башҡортостан» концерт залы алдындағы майҙанда йәштәр һуғыштан әйләнеп ҡаймаған яугирҙәр иҫтәлегенә шәм ҡабыҙҙы.
Читайте нас: