Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Июнь 2020, 12:30

Беҙгә тарих үҙе ҡарай

Бәләбәйҙең Чапаев исемендәге паркында күптән көтөлгән ваҡиға булды. Коронавирус эпидемияһы тотҡарлыҡ индереүгә ҡарамаҫтан, йыл башынан бөтә әҙерлек эштәрен алып барған кешеләр өсөн күптән көтөлгән ул.

Асфальт түшәлгән юл буйына – паркка ингән ерҙән граждандар һуғышы геройы В.И. Чапаев бюсты торған урынға тиклем ун мәғлүмәти пилон ҡуйылған. Беҙгә уларҙан 1-се урта мәктәптең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан уҡытыусылары ҡарай. Фотолар аҫтындағы яҙмалар ҡала педагогтарының һуғышсан һәм хеҙмәт биографиялары тураһында һөйләй. Пилондар яҡтыртыла, шуға уларҙы тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында күрергә мөмкин.
Был акция – Ҡала мөхитен үҫтереү буйынса Рәсәй Федерацияһы президенты грантын алыу өсөн конкурста ҡатнашҡан ҡала фекерҙәштәре командаһы тырышлығы һөҙөмтәһе. Бәләбәйҙәр «Асыҡ тарихи парк» эшләргә ниәтләгән. Уҙған йыл райондың ветерандар советы һәм «Мираҫ» муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡатнашлығында ниәтләгәнде тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирәсәк грантты алыуға проект тәҡдим иткәндәр, тимәк бәләбәйҙәргә яҡташтарыбыҙ ҡатнашҡан тарихи ваҡиғалар хаҡында иҫтәлек бүләк иттеләр.
Пилондарҙағы фотоларҙы алыштырырға мөмкин. Бер аҙҙан фронтовиктарҙың фотолары урынына ҡалабыҙҙың тарихи урындарының фотолары ҡуйыласаҡ. Шулай итеп, паркка килеүселәр 200-ҙән ашыу йыллыҡ тарихы булған Бәләбәйҙең иҫтәлекле урындары тураһында ентекле мәғлүмәт аласаҡ. Ниһайәт, карантиндан һуң парк асылды, ҡала халҡы бында ял да итә, ҡалабыҙ хаҡында белгәндәрен арттыра ла ала.
«Мираҫ» муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы директоры Юрий Хәлиуллин быйылғы йәйгә пландары хаҡында һөйләне: – Паркта эскәмйәләр, видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ. Ҡала биләмәһе хакимиәте инициативаһы менән парктан ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан микрорайонға илткән юлға асфальт түшәләсәк.
Читайте нас: