Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Мәҙәниәт» милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.
– Дөйөм алғанда «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса 2024 йылға тиклем 85 мәҙәниәт объектын капиталь ремонтлау һәм төҙөү планлаштырылған. Быйыл иһә реновация сиктәрендә 13 районда мәҙәниәттең 15 объектын капиталь ремонтлау бара. Был клубтар һәм китапханалар, – тине Әминә Шафиҡова.
Дөйөм алғанда быйыл 20 объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
– Башҡортостан Башлығы ярҙамы менән, 2019 йылдан алып беренсе тапҡыр мәҙәниәт учреждениелары реновация өсөн республика бюджетынан субсидия ала башланы. Былтыр был маҡсатта 135 миллион һум аҡса бүленһә, быйыл – 265 миллион һум, – тине министр.
Планлаштырылған 15 объекттың туғыҙын капиталь ремонтлау билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ тамамланасаҡ. Яңыртылған мәҙәниәт объекттарын асыу июль-август айҙарында көтөлә.
Уның сығышын тыңлап бөткәс, Башҡортостан Башлығы Әминә Шафиҡоваға мәҙәниәт объекттарын асыу һәм күп кешеләр ҡатнашҡан сараларҙы үткәрә башлау мөмкинлеген уйларға һәм тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Әйҙәгеҙ мәҙәниәт учреждениеларын асыуҙы бергәләп уйлайыҡ. Ҡасан әҙер булһағыҙ, әйтерһегеҙ. Әҙерлек саралары үткәрергә, Роспотребнадзор менән килешергә кәрәк. Яйлап аса башлайыҡ, – тине Радий Хәбиров.