Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Июнь 2020, 17:00

«Һеңлекәш» – асыҡ һауала

Иртәгә, 24 июндә, өфөләр һәм башҡала ҡунаҡтары көтөлмәгән бүләк аласаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы парад үткән көндә Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залы алдындағы майҙанда режиссер Александр Галибиндың Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмын күрһәтәсәктәр.

Сараны Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы ойоштора.
Урындар сикле, шуның өсөн алдан +7 919 612-40-49 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк, теркәлмәгән автомобилдәрҙе үткәрмәйҙәр. Машинағыҙҙа радиоалғыс булырға тейеш, тауыш шунда трансляцияланасаҡ, ти ойоштороусылар. Йыйылыу ваҡыты – киске 21 сәғәт 30 минут. Фильм 22 сәғәттә башлана.
Читайте нас: