9 майҙа Еңеү көнөндә COVID-19 пандемияһы арҡаһында парад булманы. «Беҙ уны 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады үткән, Ҡыҙыл майҙандан Мәскәү эргәһендә, Ленинградты һаҡлап, Сталинград өсөн алышҡан, Европаны азат иткән, Берлинды штурм менән алған яугирҙар үткән көндә ойошторасаҡбыҙ», – тигәйне ил Президенты. Һәм бына ул көн етте. Парадта 14 меңгә яҡын хәрби һәм 220-нән ашыу берәмек техника ҡатнаша. Ҡыҙыл майҙан буйлап Т-34 танкы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы үҙйөрөшлө артиллерия машиналары, заманса техника үтәсәк, парадтың һауалағы өлөшө лә буласаҡ.
Бөгөн шулай уҡ илебеҙҙең күпселек ҡалаларында парадтар ойошторола. Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән Еңеү парады беҙҙә кисектерелә. Бөгөн һәр ветеранға шәхси парад ойошторола. Йәғни, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән йорт алдарында марш була, уларҙы власть вәкилдәре шәхсән барып ҡотлай.