«Бөгөн тарихи ваҡиға. Өфө «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исеменә ысынлап лайыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡалаға 100 меңдән ашыу кеше, 60-тан күберәк предприятие күсерелә. Һәр дүртенсе двигатель беҙҙең яғыулыҡ менән тәьмин ителә, фронт өсөн һанһыҙ гимнастерка, башҡа әйберҙәр тегелә. Баш ҡалабыҙ беренселәрҙән булып был маҡтаулы исемгә лайыҡ булыр тип ышанам», – тине Өлфәт Мостафин Өфө ҡалаһының тарихы музейында һәм ҡала халҡын Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашып, гражданлыҡ ҡарашын белдерергә, республиканың баш ҡалаһына мәртәбәле исем биреү өсөн ҡул ҡуйырға саҡырҙы.
Өфө ҡалаһы тарихы музейында баш ҡалабыҙға маҡтаулы исем биреүҙе хуплап ҡул ҡуйырға мөмкин. Ул иртәнге сәғәт ундан киске етегә тиклем эшләй, дүшәмбе – ял. Шулай уҡ 25 июндән 1 июлгә тиклем Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә участкаларҙа тауыш бирергә була.
Ҡултамға йыйыуҙа республиканың 14 йәштән өлкән барлыҡ граждандары ҡатнаша ала. Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреүгә ғариза тултырғанда һәр ҡултамға иҫәпкә алынасаҡ.
Белешмә: 2020 йылдың 1 мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһында «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» маҡтаулы исемен биреү тураһында»ғы 41-се федераль законға ҡул ҡуйҙы. Был исем Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡы сәнәғәт предприятиеларында туҡтауһыҙ ҡорал һәм граждандар продукцияһы етештереп, хеҙмәт батырлығы, фиҙакәрлек күрһәткән Рәсәй ҡалаларына бирелә.