Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Июнь 2020, 12:00

Медицина хеҙмәткәрҙәре парады – тәүге тапҡыр

Башҡортостанда табиптарға рәхмәт йөҙөнән быйыл Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө ҙурлап байрам ителәсәк. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров 8 июндә үткән оператив кәңәшмәлә ҡарар иткәйне.

Башҡалабыҙ майҙансыҡтарында байрам саралары бөгөн, 26 июндә, көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башланасаҡ. Көндөҙгө сәғәт 3-тән дүртенсе яртыға тиклем Башҡортостанда тәүге тапҡыр медицина хеҙмәткәрҙәре парады үтәсәк. Сарала ҡатнашыусылар Зәки Вәлиди урамы буйлап Салауат Юлаев майҙанына тиклем барасаҡ. Ә республика Башлығы Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап, дәүләт һәм республика наградаларын көндөҙгө сәғәт 4-тә «Торатау» конгресс-холының амфитеатрында тапшырасаҡ. Тантаналы саралар байрам концерты менән тамамланасаҡ.
Фото интернеттан
Читайте нас: