Һайлау участкалары 25 июндән 29 июнгә тиклем 8 сәғәттән 20 сәғәткәсә, 30 июндә 8 сәғәттән 14 сәғәткә тиклем, 1 июлдә 8 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем асыҡ буласаҡ.
Теге йәки был сәбәптәр менән өйөнән сыға алмаған, тик тауыш бирергә теләгән граждандар өсөн өйҙән һайлау мөмкинлеге бирелә. Ул шулай уҡ 25 июндән башланды. Республиканың һайлау комиссияһына 95 мең кешенән өйҙән һайлау теләге белдергән мөрәжәғәт килгән. Мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү 1 июлгә 17.00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк.