Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Июнь 2020, 12:00

Азат Сәхәбиев: «Илдең төп законы бөгөнгө көн ысынбарлығына тап килергә тейеш»

Ирле-ҡатынлы Әлфиә һәм Азат Сәхәбиевтәр 1204-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

– Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү – уникаль сара, – тип иҫәпләй Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев. – Ваҡыт туҡтап тормай, илдең төп документына үҙгәрештәр индерер ваҡыт етте, ул заманса булырға һәм бөгөнгө көн ысынбарлығына яуап бирергә тейеш. Төҙәтмәләр өҫтөндә эксперттар төркөмө эшләне, улар рәсәйҙәрҙең талаптарына таянды.
Иң мөһимдәр рәтендә Азат Альверт улы социаль блокты, шулай уҡ бойондороҡһоҙлоҡто һәм ил биләмәһенең бөтөнлөгөн атаны. – Һайлау комиссиялары яғынан тауыш биреү уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн барыһы ла эшләнгән. Мин һәр кем үҙ ҡарашын белдерергә тейеш, тип иҫәпләйем, – тип өҫтәне МР хакимиәте башлығы.
Участка комиссияһында тауыш биреү актив бара. Комиссия рәйесе Наталья Подгорная һүҙҙәренә ҡарағанда, һайлау участкаһында теркәлгән граждандарҙың 48 проценты тауыш биргән дә инде.
Оксана Алексеева материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#Бәләбәй хәбәрҙәре#тауыш биреү#Бәләбәй алдан тауыш бирә
Читайте нас: