Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығы хәбәр итеүенсә, профнастил һәм шифер менән ябылған биш шәхси йорттоң ҡыйығына зыян килтерелгән. Ярай әле, йәрәхәтләнеүселәр, һәләк булыусылар юҡ.
Йәрмәкәй үҙәк дауаханаһының ҡыйығын да өлөшләтә ремонтларға тура киләсәк. Дауахана элекке режимда эшләүен дауам итә. Район етәкселәре, оператив төркөм ваҡиғаны контролдә тота, электр станцияһының ике бригадаһы эшкә тотонған.