«Беҙҙең халыҡ бик юғары һайлау мәҙәниәтен күрһәтә. Күпселек тауыш биргән дә инде. Беҙ Рәсәйҙә тауыш биреү динамикаһы буйынса өсөнсө йәки дүртенсе. Ял көндәрендә, әлбиттә, аҙыраҡ кеше тауыш биргән. Бер яҡтан, ҡыуандым: ҡала буйлап йөрөнөм – урамдар буш – бик һәйбәт, социаль дистанция һәм изоляция һаҡлана», – тине Радий Хәбиров.
«Әлбиттә, төп тауыш биреү көнө – 1 июль, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәүгә иғтибар итеүҙе һорайым, сөнки бындай көндәрҙә этеш-төртөш, сират юҡ, ә халыҡтың төп ағымы 1 июлдә килеүе мөмкин. Бер нисә муниципалитет башлығы һүҙҙәренсә, тауыш биреүҙең беренсе көнө тамамланыуға, 25 июндә, ҡайһы бер ауылдар 100% тауыш биргән», – тине Башҡортостан башлығы.