300-ҙән ашыу ҡатнашыусы «Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш» тип аталған йыйында урбанистика мәсьәләләре буйынса фекер алышасаҡ. Форум барышын утыҙға яҡын илдең абруйлы белгестәре, сәйәсмәндәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, архитекторҙары телекүпер ярҙамында күҙәтәсәк.
Башҡортостандың киләсәк үҫеше өсөн форумдың ҙур этәргес буласағына шик юҡ, өҫтәүенә республикабыҙҙың да башҡалар менән уртаҡлашыр тәжрибә өлгөләре, яңы проекттары етерлек. Форумды үткәреү өсөн Башҡортостандың һайланыуы осраҡлы түгел, ул – Рәсәйҙә ҡалалар һәм бәләкәй тораҡтарҙы тотороҡло үҫтереү, төҙөкләндереү өлкәһендә алдынғыларҙың береһе. Быйылғы ҡатмарлы хәлдәргә ҡарамаҫтан, республика милли һәм төбәк проекттарын уңышлы тормошҡа ашыра.