Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Июль 2020, 13:45

Башҡортостан халҡының күпселеге гражданлыҡ бурысын үтәне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй 24» федераль каналы эфирында республикала Конституцияға төҙәтмәләр биреү буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләре менән таныштырып, ҡатнашыусыларҙың 90 процент тәшкил иткәне хаҡында белдерҙе.

«Беҙҙең республика юғары сәйәси һайлау мәҙәниәте һәм халыҡтың аңлы әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Был юлы ла шулай булды. Бынан тыш, беҙ саралар ҙа күрҙек, хатта коронавирус инфекцияһы шарттарында кешеләр тауыш биреүгә килһен өсөн өҫтәмә дәртләндереү шарттары булдырҙыҡ. Ҡалаларға беҙҙең фермерҙар килеп, ҙур йәрминкәләр ойошторҙо. Былар барыһы ла беҙҙең граждандарҙың 90 проценты тауыш биреүенә килтерҙе», – тине республика Башлығы.
Радий Хәбиров республика Үҙәк һайлау комиссияһынан ялыуҙар тураһында белешмә биреүҙе һораған, тик ундай хәлдәр булмаған.
«Һигеҙ мөрәжәғәт булды, ялыу түгел. Берәүҙәр тауыш биреү үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынған, икенселәр консультация алған. Тауыш биреүҙең асылы, төҙәтмәләрҙең йөкмәткеһе лә, минең ҡарашымса, бик ыңғай булды. Тауыш биреүҙең ете көн дауамында барыуы ла бик мөһим. Был санитар-эпидемиология ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙә ныҡ ярҙам итте, аңлауыбыҙса, әле беҙ ауыр шарттарҙа йәшәйбеҙ», – тине Башҡортостан Башлығы.
Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктең тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандарының 89,78 проценты үҙ һүҙен әйткән.
Читайте нас: