Мәғлүм булыуынса, «Росстат» етәксеһе халыҡ иҫәбен алыу сараһын күсереү тураһында һүҙҙе апрелдә үк ҡуҙғалтҡайны. Иң мөһиме – халыҡтың һаулығы. Сара ваҡытын күсереү иҫәп алыуҙың сифатына ла, һөҙөмтәһенә лә йоғонто яһамаясаҡ. Иҫәп алыусылар фатирҙар, йорттар буйлап та йөрөйәсәк.