Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Июль 2020, 17:00

Бәләбәйҙә лә сүп-сар ташыған өсөн еңел генә түләп буласаҡ

4-се зонала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы – «Экология Т» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡулланыусылар өсөн яңы мобиль ҡушымтаны ғәмәлгә индерергә ниәтләй.

Был турала компания директоры Илнур Шакиров хәбәр иткән. Мәғлүм булыуынса, төбәк операторы Бәләбәй, Туймазы, Октябрьский, Дәүләкән ҡалаларын, шулай уҡ 10 районды хеҙмәтләндерә.
Әле төбәк операторының рәсми сайтындағы Шәхси кабинет аша иҫәпләнгән хаҡ, түләүҙәр тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин, ә Play Market һәм Appstore аша «Экология Т» мобиль ҡушымтаһын телефонға күсереп була. Әйткәндәй, ҡушымтаға шәхси иҫәп һаны буйынса инәләр. Ҡушымта мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыу ғәмәле тамамланғас эшләй башлай. Был эште 10 июлгә тамамлау күҙаллана.
Билдәле булыуынса, сүп-сарҙы ситкә даими ташыу һәм эшкәртеү, ҡулланыу ҡалдыҡтары менән һөҙөмтәле эш итеү системаһын ойоштороу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Экология» милли проектының «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын ойоштороу» федераль проекты маҡсаттарының береһен тәшкил итә.
Читайте нас: