Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Июль 2020, 14:30

Имтихандар барышы контролдә тотола

Республикабыҙҙа, бөтә ил буйынса кеүек, Берҙәм дәүләт имтихандары башланды, улар 25 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Бөгөн, 3 июлдә, рус әҙәбиәтенән (республика буйынса уны тапшырыусылар һаны – 986 уҡыусы), географиянан (543 кеше) һәм информатиканан (3671 кеше) һынауҙар үтә. Етди сәбәп менән имтиханға килә алмаған уҡыусылар уны август айында булдырылған өҫтәмә ваҡытта тапшыра аласаҡ.
Быйыл XI класты тамамлаусылар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырыу шарттары һәм талаптары бер ни тиклем үҙгәрештәр кисерҙе. Беренсенән, уларҙы уҙғарыу көндәре кисектерелде, икенсенән, Роспотребнадзор талаптарына ярашлы, аудиторияларҙа кеше һаны күпкә аҙыраҡ, ҡатнашыусылар 1,5 метр ара һаҡлап ултыртыла. Һөҙөмтәлә, имтихан үткәреү пункттары һәм аудиториялар һаны арттырылды.
БДИ барышын республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ, йәмәғәт күҙәтеүселәре, онлайн-күҙәтеүселәр һәм дәүләт имтихан комиссияһы ағзалары контролдә тота.
БДИ тапшырыуға йәмғеһе 19 093 ғариза ҡабул ителгән, шуның 17647-һе – быйыл мәктәпте тамамлаусылар, 1446 кеше – элекке йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары.
Читайте нас: