Уға ярашлы, ҡайһы бер йәмәғәт урындарында тәмәке, шул иҫәптән кальян, тартыуға өҫтәмә сикләүҙәр барлыҡҡа килде.
Бындай тыйыу парктарға, скверҙарға, майҙандарға, яр буйҙарына, йәмәғәт транспорты туҡталыштарына, ер аҫты һәр ер өҫтө үткәүелдәренә, гараждарға, туҡталҡаларға, ял итеү, туризм, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән территорияларға, асыҡ һауала театр-концерт, спорт, ижтимағи-сәйәси саралар үткәреү урындарына ҡағыла.
– Федераль ҡануниәт төбәктәргә йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу буйынса өҫтәмә сикләүҙәр билдәләү мөмкинлеген бирә һәм беҙ ошо хоҡуҡты ғәмәлгә ашырабыҙ, – ти Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.