Уны Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора. 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк сараның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләргә ярҙам итеү.
Иғтибар итегеҙ: канцелярия тауарҙары, дәфтәр, ручка, ҡәләм, альбом һәм башҡалар яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, әҙәби китаптар – яңы булмаһа, таҙа, һәйбәт торошта булырға тейеш.