Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Июль 2020, 13:50

Коронавирус әлегә сигенергә уйламай

Республика Хөкүмәттендә бөгөн үткән оператив кәңәшмә, ғәҙәттәгесә, коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәрҙе тикшереү менән башланды.

– «Роспотребнадзор» күрһәткестәре буйынса, беҙ әле күсмә фазала. Тимәк, беҙ сикләүҙәрҙе алыуҙың икенсе фазаһына күсә алабыҙ. Тик шуныһы: 22-23 көн дауамында хәлдәр яҡшыға үҙгәрмәй. Көн һайын 45-55 кеше зарарланыуы кимәлендә туҡтап ҡалдыҡ, ул һаман кәмемәй. Был һандар буйынса шуны әйтергә була: хәл тотороҡланды, тик инфекцияның үҫеше сирләүселәр һанын кәметеүгә килтермәй, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш республика дауаханалары сирлеләр менән тула башлаған. Мәҫәлән, Зубово ауылындағы инфекция үҙәгендә 201 сирле ята. Хәлдәр былай барһа, ул ике аҙна эсендә туласаҡ.
Был йәһәттән Радий Фәрит улы һәр муниципалитет башлығына үҙенең районында кәңәшмә йыйырға һәм коронавирус буйынса ағымдағы хәлде тикшерергә ҡушты. Унда табиптар, «Роспотребнадзор» вәкилдәре ҡатнашырға һәм кәңәштәрен бирергә тейеш.
Йәй етеп, эҫе көндәр башланһа ла, битлек режимы ғәмәлдән сығарылмай. Транспортта, магазиндарҙа, төрлө учреждениеларҙа битлек кейеү мотлаҡ талап булып ҡала.
– Әгәр беҙ хәҙер хәл тотороҡло тип, еңел һулаһаҡ, артабан кире хөртәйеүебеҙ бар. Ана ҡарағыҙ Ҡаҙағстанда, Израилдә, АҠШ-та хәлдәрҙе. Кире карантинға ҡайтҡан дәүләттәр бар, ҡайҙалыр көн һайын меңәр кеше зарарлана. Кире ныҡлы сикләүҙәргә ҡайтмайыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда әлегә мәктәп һәм балалар лагерҙарын, шулай уҡ балалар баҡсаларын асырға ла нигеҙ юҡ. Киләһе дата 15 июлгә билдәләнде.
Фото интернеттан
Читайте нас: