Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Июль 2020, 17:00

Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеген асыласаҡ

Төрөк Республикаһында Башҡортостан вәкиллеген рәсми асыу тантанаһы авгусҡа билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Ошо ваҡытҡа тиклем «сикте асыу менән эшләй башларға мөмкин булһын өсөн» Төркиәлә вәкиллек асыуға бәйле «бөтә ҡағыҙ эштәрен тамамларға кәрәк», тип белдерҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төрөк бизнесмендары Башҡортостан менән бик ҡыҙыҡһына.
Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеген асыу ике республика араһында ныҡлы иҡтисади бәйләнештәрҙе яйға һалыуға булышлыҡ итергә тейеш.
Фото архивтан
Читайте нас: