Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Июль 2020, 12:00

Үҙебеҙҙә етештерелгәнгә етәме һуң!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров «Башҡортостанда етештерелгән» проекты өҫтөндә эште тиҙләтеүҙәре хаҡында белдерҙе.

«Республика бизнесына ярҙам итергә кәрәк. Был эпидемия бәкәленә һуҡҡан иҡтисад өсөн дә бик мөһим. Проект сеймал булмаған продукция етештереүселәргә «Башҡортостанда етештерелгән» («Made in Bashkortostan») берҙәм бренды аҫтында халыҡ-ара баҙарға сығырға булышлыҡ итергә, Башҡортостандың ыңғай имиджын булдырырға, беҙҙең республика продукцияһын бөтә донъяға танытырға тейеш.
Сит илдә һатылған бер тауарыбыҙ үҙенең артынан икенсеһен ылыҡтырһын ине, мәҫәлән, кемгәлер беҙҙең балыбыҙ оҡшап ҡала һәм ул экологик яҡтан таҙа ит һәм һөт аҙыҡтарына, артабан еңел сәнәғәт һәм инновацион төҙөлөш материалдарына ла иғтибар итә.
Был проект сиктәрендә эшҡыуар эштең һәр этабында – тышҡы баҙарға сығырға йөрьәт иткәндән алып әҙер, тәжрибәле экспортерға әүерелгәнгә тиклем Хөкүмәттән ярҙам алып торасаҡ. «Берҙәм тәҙрә» төҙөләсәк, унда һәр эшҡыуарҙың шәхси кабинеты буласаҡ. Бында ул проект хаҡында мәғлүмәт таба, үҙ тауарына халыҡ-ара сертификат, субсидиялар йүнләй аласаҡ, бизнес-миссияларҙа онлайн тәртиптә ҡатнашасаҡ.
Ғөмүмән, проект кәрәкле. Башҡортостанға сифат яғынан яҡшылар рәтендә булған, экспортерҙарға конкуренттар менән көрәштә еңергә булышлыҡ иткән бренд кәрәк. Командалар һөҙөмтәле эш алып барырға тейеш. Атҡарып сығырбыҙ! Һау булайыҡ! » – тип яҙҙы ул үҙенең Facebook селтәрендәге сәхифәһендә.
Читайте нас: