Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Июль 2020, 12:20

Хужалыҡтарҙа эш ҡайнай

Райондың ауыл хужалығы эшсәндәре мал аҙығы әҙерләүҙе дауам итә.

Күп йыллыҡ үләндәр 7 800 гектарҙа сабылған, шул иҫәптән көнсығыш кәзә үләне – 1600, люцерна 1200 гектарҙа, был планға ҡарата 68 процент тәшкил итә. Бер йыллыҡ үләндәрҙе әле саба башламағандар.
Бәләбәй муниципаль районы хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, барлығы 6 700 тонна сенаж әҙерләнгән. «Северная Нива Башкирия» йәмғиәте, К. Иванов исемендәге кооператив, Исмәғил Хөснөтдиновтың крәҫтиән-фермер хужалығы сенаж һалыу эштән тәүгеләрҙән булып башлаған. Район буйынса 7 500 тонна бесән әҙерләнгән. Был тупларға планлаштырылған мал аҙығының 50 проценты. Эш барлыҡ хужалыҡтарҙа ла алып барыла.
Бер үк ваҡытта сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү дауам итә. Был 14 500 гектарҙа башҡарылған. Химик утау уҙғарылған сәсеүлектәрҙә игендәрҙең яҡшы үҫеүен, баҫыуҙарҙың таҙалығын билдәләп үтергә кәрәк.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Илгиз Нәсифуллин фотоларында Исмәғил Хөснөтдинов хужалығында эштәр барышы һүрәтләнгән
Читайте нас: