Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Июль 2020, 12:00

«Өс шөрөп»тә кино күрһәтә башлаясаҡтар

Өфөлә автокинотеатр төҙөлөүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Исеме – «Өс шөрөп», хәҙер социаль селтәрҙәрҙә уның рәсми аккаунты барлыҡҡа килде.

Инстаграмда бер аҙнанан Өфөлә беренсе автокинотеатр асыласағы һәм тәүге фильм күрһәтеләсәге (ниндәй икәне әлегә билдәһеҙ) тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡты.
Тамашасылар өсөн түбәндәге шарттар булдырылған: 32 квадрат метрлыҡ ҙур экран, 54 машина өсөн парковка, фуд-корт, уңайлы урын, фильмотека.
Автокинотеатр М. Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркының түбәнге парковкаһында урынлашҡан.
Читайте нас: