Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Июль 2020, 14:00

Шәжәрә конкурсы саҡыра

Республикабыҙҙың Асҡын районында «Шәжәрә байрамы» халыҡ байрамы ойошторола.

Байрам программаһында – «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары» ғилми-ғәмәли конференцияһы, шәжәрә, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе, «Шәжәрә» балалар һүрәттәре конкурсы, «Ғаиләм – минең ҡәлғәм» республика конкурсының гала-концерты. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
Халыҡ байрамында шәжәрә төҙөүселәрҙең республика конкурсы ла уҙғарыла. Унда өс категорияла, йәшенә һәм һөнәренә ҡарамайынса, шәжәрә төҙөүселәр ҡатнаша ала:
– мәктәп уҡыусылары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары;
– аспиранттар, урта дөйөм биреү мәктәбе, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары;
– һәүәҫкәрҙәр һәм хаҡлы ялдағылар.
Шәжәрә төҙөүселәрҙең асыҡ республика конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 2020 йылдың 20 авгусына тиклем «Шәжәрә байрамы 2020» билдәһе менән ойоштороу комитетының электрон почтаһына ебәрергә кәрәк: [email protected].
Читайте нас: