Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Июль 2020, 17:00

Һуғыш тураһында иҫтәлекте һаҡлайыҡ...

Бәләбәйҙең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Башҡортостан. 75-Еңеү» интерактив күсмә күргәҙмәһе эшләй башланы.

Был интерактив экспозицияла Башҡортостан халҡының 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшө хаҡында тулы мәғлүмәт тупланған. Башҡортостан Башлығы грантына республиканың Хәрби дан музейы ғәмәлгә ашырған проект тарихи мираҫты һәм һуғыш тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.
Күргәҙмәлә һуғышта ҡатнашыусылар, уның геройҙары, тыл хеҙмәтсәндәре, эҙәрмәндәр отрядтары, фотолар, документаль сығанаҡтар, һалдат көнкүреше әйберҙәре урын алған.
Фото Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейынан
Читайте нас: