Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Июль 2020, 20:10

Юл буйын төҙөкләндереүгә тотонорға ваҡыт

Республика Башлығы Радий Хәбиров юл буйы сервисында эшләгән бизнес вәкилдәре менән осрашты.

Фекер алышыуҙа тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре, шулай уҡ туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү саралары тураһында һорауҙар ҡаралды. Уртаҡ эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәре араһында төбәк Башлығы юл буйы объекттарының заманса хеҙмәт күрһәткән киң селтәрен булдырыу кәрәклеген билдәләне.
«Мин республика буйлап йөрөргә яратам. Бөгөн беҙҙә цивилизациялы сервистың яҡшы өлгөләре барлыҡҡа килә. Тик шулай ҙа был йүнәлеште тәртипкә килтерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Бизнесҡа нисек ярҙам итеү кәрәклеген билдәләү – бөгөнгө осрашыуҙың төп мәсьәләһе. Маҡсатыбыҙ бер – Башҡортостан халҡына һәм уның ҡунаҡтарына сифатлы хеҙмәт күрһәтеү».
Вице-премьер - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, төбәктәге бурыстарҙы иҫәпкә алып, бизнесҡа ярҙам итеү саралары комплексы әүҙемләштерелә. Юл буйы сервисына 50 миллион һум һәм унан күберәк аҡса һалынған проекттар өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереләсәк. Әгәр ҙә эшҡыуар кәмендә 25 кешегә хеҙмәт урыны булдырһа, уға ер участкаһын һатыуға сығармайынса ғына алыу мөмкинлеге асыласаҡ. Шулай уҡ инвесторҙар транспорт һәм инженер инфрастуктураһы төҙөлөшөн ҡаплауға киткән сығымдарҙың 50 процентына тиклем, әммә 30 миллион һумдан ашыу булмаған күләмдә субсидия аласаҡ.
Артабанғы этап – объекттарҙы урынлаштырыу өсөн ер участкалары исемлеген булдырыу. Бөгөн муниципалитеттар менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн федераль, төбәк һәм урындағы юлдар буйынса потенциаль майҙансыҡтар өйрәнелә.
Читайте нас: