Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Июль 2020, 13:00

Халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығы билдәләнәсәк

Республикабыҙҙа яҙыусы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр. Әлеге ваҡытта Башлыҡтың тейешле указ проекты килешелә.

2021 йылда Нәжиб (Николай) Асанбаевҡа 100 йыл тула (1921-2013). Ул – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле башҡорт прозаигы, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, йәмәғәт эшмәкәре.
Иң билдәле әҫәрҙәре – беренсе совет дипломаты Кәрим Хәкимов һәм Әхмәтзәки Вәлиди тураһында «Ҡыҙыл паша», «Көҙән башҡорто» драмалары, «Рәйсә», «Фәйзи» пьесалары.
Читайте нас: