«Беҙҙә артабан изоляция режимын бөтөрөүҙе дауам итеү, ниндәйҙер яңы ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн бер ниндәй мөмкинлек тә, бер ыңғай хәбәр ҙә юҡ. Мәктәп лагерҙарын, эшмәкәрлектең ҡайһы бер төрҙәрен асыу, өлкән йәштәгеләр өсөн изоляция режимын бөтөрөү кеүек», – тине Радий Хәбиров.
Бөгөнгә республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 5967 осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә 46 ауырыусы өҫтәлгән. 1500 сирле өйҙә дауалана. Бөтә осорҙа 3 999 кеше һауыҡҡан. Үлем осраҡтары – 19.
Шулай уҡ Максим Забелин белдереүенсә, «ковид»-госпиталдәрҙең койка фонды 30% тулған, ә республикала яңы коронавирус инфекцияһына иммунитет кимәле 5,4% тәшкил итә.