Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Июль 2020, 12:40

Август кәңәшмәһе лә – дистанцияла

Башҡортостанда Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе тәүгә дистанцияла уҙғарылмаҡсы.

Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Мәғариф кәңәшмәһен дистанцияла үткәреү тәҡдиме менән Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сығыш яһаған.
Ведомствоға Өфө ҡалаһы хакимиәте, Мәғарифты үҫтереү институты, Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы һәм урта махсус уҡыу йорттары директорҙары советы менән берлектә кәңәшмәне әҙерләү һәм уҙғарыу бурысы йөкмәтелгән. Ойоштороу комитеты етәксеһе – хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров.
Читайте нас: