Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Июль 2020, 17:40

Ике аҙналыҡ изоляцияла булыу кәрәкмәй

Рәсәйҙә 15 июлдән сит илдән ҡайтҡандар өсөн ике аҙналыҡ изоляция ғәмәлдән сығарыла. Роспотребнадзор башлығы Анна Попованың ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған.

Улар Рәсәй биләмәһенә инер алдынан йәки илдә өс көн эсендә коронавирусҡа тест тапшырырға тейеш. Уның урынына антиесемдәр булыуына документ күрһәтергә мөмкин. Әгәр коронавирусҡа тест ыңғай һөҙөмтә күрһәтһә, граждандар изоляцияла ултырырға бурыслы. Ошондай тест булмаһа, уны үтеү өсөн өс көн бирелә.
Эш биреүселәр сит илгә сығырға йыйынған хеҙмәткәрҙәргә ҡайтҡандан һуң коронавирусҡа тикшерелергә кәрәклеге хаҡында иҫкәртергә, шулай уҡ ошо хаҡта белешмәне тикшерергә тейеш.
Фото интернеттан
Читайте нас: