Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Июль 2020, 17:00

Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатына – мультимедиалы комплекс

Быйыл 32 башҡорт һәм рус теле кабинеттарын мультимедиалы комплекстар менән йыһазландырыла, тип хәбәр итә республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Мәктәптәрҙе мультимедиалы комплекстар менән йыһазландырыу Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы ярҙамында мөмкин булды.
Яҙ көнө республиканың рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыуға дәғүә иткән ҡала һәм ауыл мәктәптәре араһында конкурс нигеҙендә һайлап алыу ойошторолдо. Мультимедиалы комплекс комплектында интерактив таҡта, проектор, ноутбук һәм күп функциялы ҡоролма бар.
Конкурс йомғаҡтары буйынса 32 мәктәп еңеүсе тип танылды. Улар араһында – Бәләбәйҙең башҡорт гимназия-интернаты ла бар.
«Әле ошо дөйөм белем биреү ойошмаларында интерактив таҡталар һәм проекторҙар ҡуйыла. Июль аҙағына тиклем ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар урынлаштырыла. Уҡыу йылы башланыуға кабинеттар тулыһынса йыһазландырыла, – тип билдәләнә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтында. – Һис шикһеҙ, ошондай ярҙам сараһы мәктәптәрҙә республиканың дәүләт телдәрен уҡытыу сифатын яҡшыртыр һәм балаларҙың уларҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыр».
Читайте нас: