Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Июль 2020, 14:00

Хөкүмәтебеҙ ниндәй бурыстар ҡуйып эшләй?

«Бизнесты яҡлау: G2B. Партнерлыҡ эволюцияһы» халыҡ-ара форумы барышында республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров бизнесты үҫтереү йәһәтенән Хөкүмәттең маҡсаттары һәм уларға өлгәшеү алымдары тураһында һөйләне.

«Бөгөн республикала барлыҡҡа килгән мөнәсәбәттәргә һәм эш алымдарына ҡарағанда, юғары ҡеүәткә эйә булған Башҡортостандың урыны тәүге өс төбәк иҫәбендә, тип ышанабыҙ. Ошоға ынтыласаҡбыҙ. 2024 йылға бизнесҡа мөнәсәбтте яҡшыртырбыҙ, административ баҫымды мөмкин тиклем кәметербеҙ тигән ниәттәмен», – тине ул.
Андрей Назаров аҙналыҡ «Инвестиция сәғәте» ултырыштарын ошо маҡсаттарға өлгәшеүҙең һөҙөмтәле алымы тип билдәләне. Муниципаль берәмектәрҙә даими үткәрелгән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» урындағы йүнселдәргә һәм инвесторҙарға хакимиәт кимәлендә ярҙам алыу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, Проект офисының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге айырым телгә алынды.
«Бизнесты уңышлы алып барыу күрһәткестәренең күпселеге буйынса 2024 йылға Башҡортостан тәүге бишәү иҫәбендә булырға тейеш. Республика Хөкүмәтенең маҡсаты тәүге биш төбәккә ҡарағанда ла юғарыраҡ баҫҡысҡа үрләү», – тине Андрей Назаров.
Читайте нас: