БелЗАНда эндопротез, медицина болттары һәм инструменттары өсөн кәрәк-яраҡ етештереләсәк. Заказсы үҙе иһә махсус япмаларҙы эшләйәсәк һәм стерилләйәсәк. Проект «ТРЭК-Э Композит» компанияһы менән килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
«Ростех»тың башҡарма директоры Олег Евтушенко: «Эксперт баһаламаларына ҡарағанда, эндопротезлау операцияларына йыл һайын илдәге 200 меңдән ашыу кеше мохтаж. Әле бар кәрәкле әйберҙәр тиерлек сит илдән килтерелә, протездарҙың юғары хаҡы бындай операцияларҙы барыһының да эшләтә алыу мөмкинлеген һиҙелерлек кәметә ине. Әлеге проект хәлде яҡшыртасаҡ, өҫтәүенә эске баҙарҙағы мохтажлыҡты бөтөрөү өсөн дә ҡеүәттәр етерлек», – тип белдерҙе.
«Бөгөн предприятие 85 процент тиерлек кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Комплекттарҙы һәм нығытыу элементтарын Рәсәйҙә етештереү сығымдарҙы 20 процентҡа тиерлек кәметеүгә булышлыҡ итәсәк», – ти «Ростех» етәксеһе. Тәүге партия 2020 йыл аҙағында булыр тип көтөлә.
2021-2022 йылдарҙа завод тубыҡ протездары комплекттарын эшләй, теш протездары өсөн цирконий шрифтарын һәм операциялар өсөн төрлө металдан инструменттар етештерә башлаясаҡ.