Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Июль 2020, 19:00

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Республикабыҙҙа аномаль эҫелек бөтә рекордтарҙы уҙып китте.

Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәүселәр 16 июлдә термометр бағанаһының +45 градусҡа етеүен теркәгән. Ҡояшта һауа температураһы шундай. Күләгәлә 2-3 градусҡа аҙыраҡ, тип хәбәр иткән «Салауат ерендә» гәзите. Беҙҙең Бәләбәйҙә лә көндәр ныҡ эҫе тора.
Башгидрометүҙәк фаразлауы буйынса, ял көндәрендә эҫелек бер аҙ һүрелер, тип көтөлә. Синоптиктар ямғыр, ә урыны менән йәшенле ҡойма ямғыр һәм боҙборсаҡ вәғәҙәләй.
Читайте нас: