Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Июль 2020, 12:40

Янғындарға ҡаршы көрәш дауам итә

Бөрйән районында янғындарҙы һүндереү өсөн айырым тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау көстәре, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, урман ерҙәрен ҡуртымға алғандар, район халҡы һәм ирекмәндәр йәлеп ителгән.

Утҡа ҡаршы көрәш 230 кеше, 44 берәмек техника ҡатнашлығында бара. Минераллаштырылған һыҙыҡтарҙы әҙерләү өсөн өҫтәмә рәүештә ике бульдозер йәлеп ителгән. Ауылдарға ут килеп етмәһен өсөн, уларҙың янындағы ерҙәрҙе һөрөп сыҡҡандар. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы урмандары менән яҡын аралағы ауыл араһында тәбиғи ҡаршылыҡ бар – Үҙән йылғаһы.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғәлиуллина хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта ауылдарға ҡурҡыныс янамай. Бөрйәндәге янғындарға битараф булмағандар күп. Башҡортостандың башҡа район-ҡалаларынан да килгәндәр. Бөрйән районы хакимиәтенең айырым үтенесе бар: ир-егет әҙерлекле, кәрәк-яраҡлы, тейешле кейемдә булһын инее, тиҙәр. Үҙҙәре теләп янғын һүндерергә барғандарҙың 89378388438 телефонына шылтыратып, килгәне хаҡында иҫкәртеүе һорала.
Читайте нас: